Режиссер Булат Йосопов социаль селтәрҙәге битендә «Рәми. Шағир көндәлеге» фильмының кинопробаһын тәҡдим иткән

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа арналған фильм Өфөнөң Матбуғат йортонда төшөрөлә башлағайны. Төп ролдә республиканың атҡаҙанған артисы Артур Ҡунаҡбаев уйнай. Режиссер әйтеүенсә, видеороликта ул буласаҡ фильмдың атмосфераһы һәм фактураһын төҫмөрләргә тырышҡан.

Булат Йосопов  коронавирусҡа бәйле хәл яҡшырғандан һуң кинотаҫма өҫтөндә эш тамамланыуына ышаныс белдерә. «Беренсе Ресублика» трилогияһын йомғаҡлаясаҡ фильмдың ижади төркөмөнә сценаристар Таңсулпан Бабичева, Гөлсәсәк Саламатова, ҡуйыусы рәссамдар Рөстәм Баймөхәмәтов, Әлиә Байрамғолова, продюсерҙар Леонид Филинов, Юнир Әминев ингән. 

Гөлдәриә Йосопова.

;