Бында ул район активы менән осрашты, урындағы депутаттарға муниципалитеттың яңы башлығы вазифаһына кандидатура ҡарау мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт итте. Район хакимиәте башлығы вазифаһына 22-се янғын-ҡотҡарыу отряды етәксеһе Ришат Мансуровты тәҡдим итте. 2004 йылдан район етәксеһе булған Флюр Уразмәтовҡа күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе. Һеҙҙең тәжрибәгеҙ дәүләт идараһы структураһында артабан да кәрәк буласаҡ, тине.
Район Советы депутаттары яңы етәксе вазифаһына Ришат Мансуровтың кандидатураһын хуплап сыҡты.





