Өфөлә иртәгә Рәсәй көнөнә арналған саралар планлаштырылған

Был сараларҙа халыҡ күпләп ҡатнаша алмай, шулай уҡ битлек-бирсәткәләрҙә булырға, социаль дистанция һаҡларға кәрәк. 9 сәғәттә ике тапҡыр Советтар союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге мәктәп-интернат биләмәһендә Рәсәй флагы күтәрелә. 12 сәғәттә Өфө халҡы балкондарынан һәм асыҡ тәҙрәләрҙән Рәсәй Гимнын башҡарыуға ҡушыла ала.

Бының өсөн тауыш көсәйтеүсе аппаратуралар урынлаштырыла. Унан һуң музыкаль һәм бейеү коллективтары йорт алдарында байрам программалары тәҡдим итә. 21 сәғәттә “Вся Уфа” телеканалында байрам концерты күрһәтелә.

;