Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреүгә әҙерлеккә арналған округ кәңәшмәһендә ҡатнашты. Уны видеоконференция форматында Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы вәкиле Игорь Комаров уҙғарҙы. Тауыш биреү барышында граждандарҙың именлеген тәьмин итеү - мөһим бурыстарҙың береһе тип билдәләне Комаров.
Участкаларҙа санитар талаптарҙы теүәл үтәү шарт. Һайлау комиссиялары ағзалары шәхси һаҡланыу саралары, биналар термометрҙар, антисептиктар менән тәьмин ителергә тейеш. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар тәртип һаҡлау мәсьәләләре буйынса ла фекер алышты.





