Был хаҡта Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин брифингта белдерҙе. Берҙәм Дәүләт имтихандары тамамланғандан һуң, 25 июлдән алып дүшәмбе, шаршамбы һәм йома көндәре муниципалитеттың социаль объекттарында көндөҙгө 3-тән 6-ға тиклем интернет менән ҡулланыу мөмкинлеге була. Һәр абитуриентҡа 30 минут ваҡыт бүленә, алдан яҙылыу мотлаҡ, тип билдәләне ведомство етәксеһе.
Быйыл Башҡортостанда 19 мең уҡыусы мәктәп тамамлай.






