Яңы инфекция диагнозы 13 хеҙмәткәрҙә асыҡланған. Был хаҡта предприятиеның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Сир йоҡторған 11 хеҙмәткәр «Үҙйылға», тағы ла икәүһе Учалы ер аҫты руднигында эшләгән. Улар бөтәһе лә урында йәшәүселәр. Үҙҙәрен нисек тойоуҙарына ҡарап, улар стационарҙа, йә иһә йорт шарттарында дауаланыу курстары үтә.
Комбинаттың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, холдингтың барлыҡ предприятиеларында ла сирҙе кәметеү өсөн тейешел саралар күрелә: эш урынына ингән урында температура үлсәнә, COVID-19 инфекцияһына тестар алына, битлек режимы һәм социаль дистанцияны һаҡлау үтәлеше тикшерелә.
Гүзәл Борханова.




