«Рәсәй-минең тарихым» мультимедиа паркы асылыуға ла бөгөн өс йыл

Заманса технологиялар менән йыһазландырылған күргәҙмә залдары тап Рәсәй көнөндә үҙ ишектәрен асҡайны.

Ошо дата айҡанлы паркта тарих менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн бушлай экскурсиялар ойошторолған. Уларҙың һәр береһе 20 минутҡа иҫәпләнгән. Шулай уҡ залдарға хәүефһеҙлек талаптарын үтәп, йәғни битлек, бирсәткәләр кейеп кенә инергә мөмкин. Дистанция тотоу ҙа мотлаҡ, төркөмдәр биш кешенән артмаҫҡа тейеш.

Парк етәкселеге әйтеүенсә, шылтыратып ҡыҙыҡһыныусылар күп. Өйҙә ҡалғандар өсөн дә үҙенсәлекле онлайн программа әҙерләнгән, уны социаль селтәрҙәрҙә ҡарарға була. Интернет ҡулланыусылар өсөн Рәсәйҙең 1990 йылдан алып 2019 йылға тиклемге тарихы буйынса видеоэкскурсия ойошторолған. Әйткәндәй, карантин мәлен мультимедиа паркы файҙалы итеп үткәргән. Ишектәр ябыҡ торған ике ай тирәһе ваҡытта ҡоролмаларҙы яңыртыу, төҙөкләндереү эштәре алып барылған. Йәғни, хәҙер күргәҙмәлә экспозицияларҙың һәм тауыштың сифаты яҡшыраҡ.

Рәмзиә Кәримова.

;