Ҡандракүл ярында балыҡсылыҡ кәсебенә арналған музей асыу планлаштырылған

Тарихи-мәҙәни үҙәк менән коронавирус пандемияһынан һуң танышырға мөмкин буласаҡ. Революция осоронда ойошторолған «Ҡыҙыл балыҡсы» ауыл хужалығы артеле эшмәкәрлеге, музейҙағы экспонаттар хаҡында киләһе репортаж.

1939 йылда Мәскәү кинорежиссерҙары тарафынан төшөрөлгән архив кадрҙар. Видеояҙмала Ҡандракүлдә балыҡсылыҡ кәсебе сағылдырылған. Йылымдың оҙонлоғо 400 метр, мул табышты һөйрәп сығарыуҙа аттың көсө баһалап бөткөһөҙ була. «Ҡыҙыл балыҡсы» колхозының тарихын Туймазы районынан Фәсим Ғәшимов менән Раян Баһауетдинов ентекле өйрәнә. Хужалыҡтың исемен улар Туймазы районында музей асып мәңгеләштерергә йыйына.

Колхоз илленсе йылдарға тиклем эшмәкәрлеген дауам итә. Бөйөк Ватан һуғышында совет һалдаттарын балыҡ продукцияһы менән тәьмин итә. Музейҙа Туймазы районының тыл һәм хеҙмәт ветерандары ихатаһында һаҡланған көнкүреш әйберҙәре йыйылған. Шулай ҙа төп иғтибар – балыҡсылыҡ кәсебенә йүнәлтелгән. Экспонаттар араһында ат ялынан үрелгән ҡармаҡ ҡылдары ла бар.

Раян Баһауетдинов нәҙек ептән балыҡ тотоу өсөн ау ҙа үрә. Музей асылғас, ул бар белемен йәш быуынға еткерергә теләй, ағас эше буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ.

«Ҡыҙыл балыҡсы» музейы Ҡандракүлгә яҡын урынлашҡан. Экспораттар яр буйына ла теҙелгән. Әйтәйек элек йылым сығыр ярҙамында тартып сығарылған. Ҡулайламаны оҫта Раян Баһауетдинов үҙе эшләгән.

Уҙамандың бала сағы күл буйында үтә. Атаһы колхозда эшләп, балыҡсы булғанғалыр, был кәсепкә ул һөйөү менән ҡарай. Уҙған быуат хәтирәләрен ул үҙ ихатаһында тергеҙә. Музейға инеү бушлай буласаҡ.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында баҫыуҙа бил бөгөп эшләгән тыл хеҙмәтсәндәре араһында башлыса гүзәл заттар була. Уларға яңы ғына тыуған сабыйҙары менән сәсеү, ураҡ эштәренә лә барырға тура килгән. Раян Баһауетдинов тарихи сығанаҡтар, хәтирәләренә таянып сәңгелдәк арбаһын ҡорған.

Раян Баһауетинов билдәләүенсә, тарихи экспонаттар туристар өсөн дә ҡыҙыҡлы буласаҡ. Әлегә биләмәлә крәҫтиән балыҡсыларҙың йорто төҙөлә. Бар сығымдарҙы ла уҙаман үҙ өҫтөнә алған. Әйткәндәй, күлгә илткән һуҡмаҡ янында «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән үҫемлектәр ҙә бар. Урындағы флораны һаҡлау маҡсаты ҡуйылған.

Гөлназ Хәйбуллина.

;