Билдәле Турецкий хоры республика халҡын Рәсәй көнө менән ҡотлап башҡорт телендә йырланы

Назар Нәжми һүҙҙәре Рим Хәсәнов көйөнә яҙылған билдәле «Өфө йүкәләре» композицияһын яҡташыбыҙ Дарья Львова башҡарҙы. Байрам концерты бөгөн көндөҙ Башҡортостан юлдаш телевидениеһында күрһәтелде.

Ижади коллектив Рәсәй көнөнә арнап телевизор ҡараусыларҙы ҙур программа менән һөйөндөрҙө. Эфирҙа төрлө быуын яратып башҡарған фронт, ретро һәм заманса йырҙар яңғыраны. Турецкий хоры етәксеһе Ватандың Башҡортостандан башланыуын билдәләп, республика халҡына ҡарата йылы һүҙҙәрен еткерҙе.

Азат Ғәлиуллин.

;