Кисәге көслө ямғыр һәм дауыл баш ҡала урамдарын да урап үтмәне.
Өфөнөң Ҡулса урамындағы 104 се йорт ихатаһында өс машина өҫтөнә тирәк ауған. Урында йәшәүселәр белдереүенсә, улар ағастың хәүеф тыуҙырыуына борсолоу белдереп торлаҡ-коммуналь хужалығына күптән мөрәжәғәт иткән. Әммә һөҙөмтә күреүегеҙсә.
Ҡойоп яуған ямғыр ҡыйыҡтан үтеп подъздар буйлап аҡҡан. Баш ҡаланың Черниковка биҫтәһе Венецияға әйләнгән. Урамдарҙа йылғалар хасил булған. Һәүәҫкәр видеояҙманан күренеүенсә, машиналар һыу баҫҡан урамдарҙы көскә йырып үткән.
Рәмилә Исмәғилева.




