Бөгөн Республика йортонда уларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.
«Һеҙ ҙур эш башҡарҙығыҙ, бының өсөн айырыуса рәхмәтлемен. Республика өсөн бындай махсус иҡтисади биләмә ҙур әһәмиәткә эйә. Бында ғына туҡталып ҡалмаҫҡа, яңы проекттар өҫтөндә лә эшләргә кәрәк. Дөйөм эш һөҙөмтәһен көҙгә барларбыҙ» тине Радий Хәбиров.





