Владимир Путин менән аралашыу

Өфөнән Михаил Балабанов Рәсәй Президентына пандемия осоронда эшһеҙлек буйынса пособие рәсмиләштереүе һәм балаларға социаль түләүҙәр алыуы тураһында һөйләне.

Иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә ярҙам сараларын ғәмәлгә ашырыуға арналған кәңәшмәлә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров та ҡатнашты. Фекер алышыу видеоконференция режимында уҙҙы. Дәүләт башлығы киләсәктә лә граждандарға, ғаиләләргә һәм предприятиеларға үҙ ваҡытында ярҙам күрһәтеләсәк, тип билдәләне.

Фото №1 - Владимир Путин менән аралашыу
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ