Бөгөн милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 266 йыл

1998 йылдың 20 майында Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаттары Башҡортостан республикаһының дәүләт наградаһы – Салауат Юлаев орденын булдыра. Ошо уҡ йылдың 1-се июнендә уның статусы раҫлана. Беренсе тантана 2000 йылдың 2 октябрендә уҙа.

Тәүге ордендарҙың береһе Ейәнсура районы Инәк хужалығы механизаторы Ирек Буранғоловҡа тапшырыла.

Бөгөн милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 266 йыл

Салауат Юлаев ордены ете мөйөшлө йондоҙ формаһында. Уртаһында милли батырыбыҙ төшөрөлгән. Орден менән бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре: водителдәр, һауынсылар, токарҙар, машинистар, төҙөүселәр, табиптар һәм спортсылар бар.