Радий Хәбиров Өфөлә ҡотопто өйрәнгән яҡташтарыбыҙ музейы барлыҡҡа килеүе тураһында белдерҙе

Республика Башлығы был турала социаль селтәрҙәрҙә яҙған. Легендар ҡотопсо, яҡташыбыҙ Валериан Альбановҡа арналған музей проекты 6 миллион һумлыҡ Рәсәй Президенты грантын отто. Штурман Альбанов Арктиканы өйрәнгән.

Яҙыусы Вениамин Каверин “Ике капитан” романында геройҙарҙың береһен уның тормошонан күсереп һүрәтләгән. Яңы музейҙа шулай уҡ ҡотопто өйрәнеүселәр Вивиан Итин, Фидүс Әсхәҙуллин, Валерий Смирнов, Геннадий Казановҡа арналған экспозициялар була.

#хабиров #грант

;