Бөгөн көндөҙ Иглин ауылында аттестат алырға барған ике үҫмер иҫерек водитель ултырған «Рено Логан» автомобиле тәгәрмәсе аҫтында ҡалды. Автомобиль район үҙәгенең Ворошилов урамы буйлап юғары тиҙлектә китеп барған булған. Ауыр тән йәрәхәттәре алған 16 йәшлек ҡыҙҙың ваҡиға урынында ғүмере өҙөлгән.
15 йәшлек малай Өфөнөң 17-се дауаханаһына оҙатылған. Улар менән бергә булған тағы ла ике уҡыусы зыян күрмәгән. Водитель ваҡиға урынынан ҡасырға маташа, алкотестер уның ҡанында 1,732 промилле алкоголь булыуын күрһәткән. Осраҡ буйынса тикшереү бара.
Гөлдәриә Йосопова.




