Бөгөн М5 "Урал" трассаһының Силәбе өлкәһендәгеучасткала ла ҡотосҡос фажиғә теркәлде. Ҡайһыбер мәғлүмәттәр буйынса, аварияла ике кешенең ғүмереөҙөлгән, 7 кеше зыян күргән, шуларҙың дүртеһе Башҡортостандан.
Видеояҙманан күренеүенсә, тауҙан төшөп килгәндә ваҡытта Шакман автомобиленең тормозы сафтан сыға. Һөҙөмтәләул ремонт барған күпер эргәһендә туҡтап торған еңел транспорт сараларының өҫтөнәбарып менә. Шунлыҡтан федераль трассала 4 сәғәт ярымға автомобилдәр хәрәкәт туҡтатыла. Әлегеваҡытта ҡазағатарыған техникалар фажиғә урынан алынған.




