Республикала Берҙәм Рәсәй сәйәси фирҡәһе башлаған “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты ғәмәлгә ашырыла

Уның сиктәрендә Яңауыл районы яңы автобуслы булды. 20 урынлыҡ техника район эсендә мәҙәни саралар ойошторғанда коллективтарҙы ташыр өсөн алынған. Машинаның хаҡы 2 миллион 300 мең һум.

Районға барлығы 3 миллион 822 мең һум бүленгән. Ҡалған аҡсаны ауыл мәҙәниәт йорттарына музыка ҡоралдары, аппаратура һәм сәхнә кейемдәре алыуға тотонғандар.

;