Эстония башҡорттары Салауат Юлаевты иҫкә алды

“Ағиҙел” милли-мәҙәни йәмәғәт ойошмаһы милли батырҙың тыуыуына 266 йыл тулыу айҡанлы Палдиски ҡалаһындағы уның бюсты янында сара ойошторған. Йыйылыусылар батыр рухына Ҡөрьән сүрәләре уҡып, ҡурай уйнап уны иҫкә алған. Салауат Юлаев тап Палдиски ҡалаһында мәрхүм була.

Каторгалағы 25 йыл ғүмерен ул ошонда үткәрә.

;