Башҡортостанда 2024 йылға тиклем ике меңдән ашыу сүплек бөтөрөлә

Башҡортостанда 2024 йылға тиклем ике меңдән ашыу сүплек бөтөрөлә

Республика Хөкүмәтенән ошо турала хәбәр итәләр. “Экология” милли проекты буйынса, республикала ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу буйынса 25 меңдән ашыу контейнер урынлаштырыла, Сибай, Учалы, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Өфө һәм Салауат ҡалаларында һауа таҙалығын тикшереү буйынса станциялар төҙөлә.

Фото №1 - Башҡортостанда 2024 йылға тиклем ике меңдән ашыу сүплек бөтөрөлә

Киләһе 4 йылда ҡалдыҡтарҙы утилләштереү буйынса өс завод һәм 16 сүп-сарҙы айырым йыйыу комплексын төҙөү планлаштырыла. Туймазы районындағы объект йыл аҙағынаса эшләй башларға тейеш.  

#правительстворб #нацпроект

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ