Мәскәүҙә “Ҡыҙыл Паша” хаҡында китап нәшер ителде

Ул Башҡортостандың мәшһүр улы, илсе Кәрим Хәкимовҡа бағышлана. Баҫманың авторы дипломат Олег Озеров. “Кәрим Хәкимов: тормош йылъяҙмаһы” тип аталған йыйынтыҡ 1 мең данала сығарылған.

Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана етәксеһе урынбаҫары Люция Ильясова.

Мәскәүҙә “Ҡыҙыл Паша” хаҡында китап нәшер ителде

Кәрим Хәкимов 1892 йылда Бишбүләк районы Дүсән ауылында тыуған. Ғәрәп дәүләттәрендә Совет иленең тәүге тулы хоҡуҡлы илсеһе. Ул эшлекле бәйләнештәрҙе нығытыуҙан тыш, ғәрәп илдәрендә медицина ярҙамы күрһәтеүҙе яйға һала, сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлеккә нигеҙ һала. Белгестәр фекеренсә, “Ҡыҙыл пашаның” биографияһында асылмай ҡалған сәхифәләрҙе өйрәнеүҙе дауам итеү мөһим.

;