Алдараҡ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы 4 кешенән торған туристар төркөмөнөң 12 июндә Атнаш ауылынан сығыуы һәм 16 июндә Абдулла ауылы янына тәғәйен урынға килеп етмәүе тураһында хәбәр иткәйне.
Туристарҙы эҙләүгә ҡотҡарыусылар, полиция һәм урындағы халыҡ йәлеп ителгәйне. Һуңғараҡ хәбәр ителеүенсә, улар иҫән-һау килеш Атнаш ауылынан 12 саҡрым алыҫлыҡта яр буйындағы палаткаларҙа табылған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы сәйәхәткә сығыусы туристарҙан мотлаҡ ведомствоның сайтында теркәлеүҙәрен үтенә. Был осраҡта бәләгә тарыусылар яңғыҙ ҡалмаясаҡ.
Гөлдәриә Йосопова.




