Радий Хәбиров Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында ҡатнашты

Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында ҡатнашты.

Ул бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты тергеҙеү һәм үҫтереүгә, шулай уҡ коронавирус шарттарында төбәк бюджеттарының баланслылығын тәьмин итеүгә йүнәлтелгән сараларғы ғәмәлгә ашырыуға арналды.

Кәңәшмәлә билдәләүенсә, эпидемияға бәйле ҡабул ителгән сикләүҙәр иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә кире йоҡонто яһаны. Айырыуса бәләкәй һәм урта эшыуырлыҡ ҙур зыян кисерҙе. Округтағы бар халыҡтың 12 проценты тап ошо өлкәлә эшләй. Шуға ла килеп тыуған проблеманы тиҙерәк хәл итеү талап ителә, ти видеоконфекренцияла ҡатнашыусылар.

Фото №1 - Радий Хәбиров Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында ҡатнашты
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ