Ауыл хужалығы эшсәндәре былай ҙа таш яуһа ла эшләй, юғиһә, беҙ ас ултырыр инек, әммә был еңел булмаған мәлдә улар ҙа башҡаларҙы өйҙә ултырырға саҡырып тотош донъяла барған флешмобҡа ҡушыла. Беҙ һеҙҙең өсөн эшләйбеҙ, ә һеҙ беҙҙең өсөн өйҙә ҡалығыҙ, ти улар ҙа.
Һабан турғайының ғына түгел, ауыл эшсәндәренең дә һайрар мәле. Венер Әхиәртдинов тармаҡта өс тиҫтә йылдан ашыу. Уның ҡулы аҫтынан ниндәй генә төр техника үтмәгән. Бөгөн ул заманса сәсеү комплексы операторы булараҡ ҡуҙаҡлы культураны ултыртыу менән мәшғүл.
Дүртөйлө районы Ленин исемендәге тоҡомсолоҡ заводы үткән йылдарҙан айырмалы, быйыл яҙғы-сәсеү кампанияһын иртәрәк башлаған. Баҫыу ҡарҙан әрселеү менән тупраҡ дымлығын һаҡлап ҡалыу ниәтендә, апрель башында уҡ эшкә тотона аграрийҙар.
Дүртөйлө ауыл хужалыҡтары ғөмүмән, майлы культура майҙандарын арттырыу бурысын ҡуйған. Айырыуса, көнбағышҡа баҫым яһала. Сөнки, был төр культуранан ярайһы уҡ уңыш алыу ғына түгел, ҡулаҡсаға әйләндереү йәһәтенән дә отошло.
Яуым-төшөмдөң уғата көслө булыуы, баҫыуҙарҙа ҡар ныҡлап тотолоуына бәйле ужым культураһы уңышлы ҡышлаған. Күптән түгел минераль ашламалар индерелгән арыш мәҫәлән, бөгөн тағы ла күпергән.
Әйткәндәй, республика ауыл эшсәндәре Бөтә Рәсәй акцияһына ла ҡушылды. Беҙ һеҙҙең өсөн ялһыҙ эшләйбеҙ хештегы аҫтында улар эш барышын фото-видеоға төшөрөп интернет киңлектәренә урынлаштыра бара. Ауыл хужалығы етештереүселәре һәм эшсәндәре аҙыҡ-түлек запасы барыһына ла етәрлек булыуын билдәләй. Ярмалар, шул иҫәптән, ҡара бойҙай ҙа келәттәрҙә бик күп. Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, республиканың барлыҡ төбәктәре лә яҙғы-сәсеү кампанияһына төшкән. Ә инде Дүртөйлөләр һабанды аҙна-ун көндә тамамларға ниәтләй.
Азат Ғәлиуллин




