Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды республика заявкаһын хупланы. Был турала Республика Хөкүмәтенән хәбәр итәләр. Башҡортостанға федераль үҙәктән 56 миллион һум йүнәлтелә, республика ҡаҙнаһынан 12 миллион ярым һум өҫтәлә.
Был аҡсаға Өфөлә авария хәлендәге торлаҡта йәшәгән 134 кешене яңы йорттарға күсереү мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы алып барыла.
#правительстворб #нацпроект





