Полицияға 60 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Асыҡланыуынса, пенсионерға үҙен банк хеҙмәткәре тип таныштырып, билдәһеҙ кеше шылтыратҡан. Ул ҡатын исеменә ситтән кредит юллауҙары һәм бурысты ҡаплау өсөн заем алыу кәрәклеге тураһында белдергән.
Мутлашыусы ошондай алдаҡ юл менән пенсионерҙан бер нисә банктан кредит алдырған һәм аҡсаны үҙенең иҫәбенә күсерткән. Әле был ваҡиға буйынса енәйәт эшен ҡуҙғатыу мәсьәләһе ҡарала.
#мошенничество #нефтекамск





