Башҡортостан экологик туризм буйынса популяр йүнәлештәр исемлегендә

Туризм буйынса федераль агентлыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, илдә эске йүнәлештәр үҫешә, халыҡ тәбиғәт ҡосағында ял итеүҙе хуп күрә. Торлаҡты ҡуртымға алыу интернет сервисы экотуризм буйынса төбәктәр рейтингын әҙерләгән. Унда беренсе урында – Ҡырым, артабан Карелия һәм Байкал күле килә.

Башҡортостан тәүге унау исемлегендә. Туризм буйынса эксперт Артур Иҙелбаев фекеренсә, беҙҙең республика туристарҙы ҡабул итергә әҙер. Яҡын арала туристар ағымы артыуы көтөлә.

Башҡортостан экологик туризм буйынса популяр йүнәлештәр исемлегендә

#экотуризм #башкортостан

;