Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға ярҙам итеү үҙәге фонды граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһын тормошҡа ашырыу өсөн финанс ярҙамға заявкаһын раҫлаған. Республика Төҙөлөш һәм архитектура дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, төбәк фондтан 56 миллион һум аҡса ала. Башҡортостан үҙ сиратында 13 миллион һум йүнәлтә.
Аҡса Гоголь, Зәйнулла Рәсүлев, Совет, Егор Сазонов һәм Туҡай урамдарында авария хәлендәге 40 фатирҙа йәшәүселәрҙе күсереүгә тотонола.
#нац проекты #милли проекттар





