Өс миллиондан ашыу һайлау бюллетене республика төбәктәренә оҙатылды

Бөгөн Благовар районында 1 июлдә уҙасаҡ мөһим кампанияға әҙерлек барышының иң ҡатмарлы һәм яуаплы этаптарының береһе үтте, тауыш биреү ҡағыҙҙары Башҡортостандың һайлау комиссияһына тапшырылды. Ошонда уҡ ҡулланыуға яраҡһыҙ тип табылған бюллетендәр, уларҙы баҫтырыу формалары шаһиттар алдында юҡ ителде. Теманың дауамы БСТ каналының киләһе репортажында.

Типографияларҙа баҫтырылған бюллетендәрҙең бер өлөшө ҡулланыуға яраҡһыҙ тип табылған. Шуға ла улар махсус комиссияның күҙ алдында юҡ ителә. Бер нисә өлөшкә йыртылған ҡағыҙ киҫәктәре артабан икенсел эшкәртеүгә ебәрелә. Был эште теүәлләгәндән һуң ғына Өфө һәм Благоварҙағы типографияларҙа баҫтырылған бюллетендәр республика төбәктәренә оҙатыла башлай. Әйткәндәй, быйыл башҡорт, рус һәм татар телдәрендә өс миллиондан ашыу бланк әҙерләнгән.

Бөгөн республиканың Үҙәк һайлау комиссияһында яуаплы көн. Сөнки полиграф комбинат баҫтырған бюллетендәрҙе төбәктәрҙең территориаль һайлау комиссияларына тарата башлайбыҙ. Тауыш биреү өсөн барлығы 3 миллион 47 426 бланк сығарылған. Уларҙың 80 проценты рус, 13 проценты башҡорт һәм ҡалған 7 проценты татар телдәрендә...

Илона Макаренко, Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе

Башҡа йылдарҙан айырмалы был юлы хеҙмәткәрҙәр пандемия шарттарында эшләгән. Әммә был дәүләт заказын тиҙ арала атҡарып сығырға ҡамасаулай алмаған. Бюллетенгә килгәндә, унда Конституцияға үҙгәрештәрҙе хуплайһығыҙмы тигән бер генә һорау яҙылған. Шуға ла Үҙәк һайлау комиссияһы анкеталарҙы бер төн эсендә эшкәртеп, 2 июлдә үк тауыш биреү һөҙөмтәләрен иғлан итергә ниәтләй.

Нәшриәт йортонда баҫтырылған бланктар менән һайлау көндәрендә һәр кем таныша ала. Коронавирусты иҫкәртеү маҡсатында быйыл участкалар бер нисә көн – 25 июндән 1 июлгә тиклем эшләй. Уларҙың эш ваҡытын әле һеҙ экранда күрәһегеҙ. Тауыш бирергә килеүселәрҙе битлек, бирсәткә, ручка һәм антисептик менән тәьмин итеү ҡаралған. Хәтерегеҙгә төшөрбеҙ, июлдең беренсе көнө Рәсәйҙә ял көнө тип иғлан ителгән. 

Фото №1 - Өс миллиондан ашыу һайлау бюллетене республика төбәктәренә оҙатылды

И.Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ