Өфөнөң «Беренсе май» мәҙәниәт һәм ял паркында реконструкция эштәре дауам итә

Планға ярашлы, төҙөлөш 1 ноябргә тамамланырға тейеш. Подрядсы ойошма билдәләнгән графиктан алдараҡ бара. Әлегә паркта спорт, балалар уйын майҙансыҡтары ҡуйылған, күл биләмәһе төҙөкләндерелә. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Күл тирәләй ҡеүәтле техника геүләй, төҙөүселәр көсө менән биләмә заман талаптарына яраҡлаштырыла. Өфөнөң «Беренсе май» паркы үҙәгендәге һыу ятҡылығын танырлыҡ түгел, хәҙер ул күпкә киңерәк, тәрәнерәк. Ҡыр өйрәктәре көслө тауышҡа өйрәнеп бөткән. Биләмәне ташлап ситкә китмәгән.

«Беренсе май» паркында реконструкция эштәре былтыр ноябрҙә башлана. Бер йыл эсендә уны заманса үҙгәртеп ҡороу маҡсаты ҡуйыла. Төҙөлөшкә 80 кеше йәлеп ителгән. «Сәләмәтлек һуҡмағы», йәйәүлеләр өсөн юл һалына. Ер эштәре башҡарыла. Газон түшәлә. Тиҙҙән фонтандар урғыласаҡ.

29 йыл элек төҙөлгән парк ниһайәт, яңырыу кисерә. Өфөнөң Калинин районында йәшәүселәр биләмәләге үҙгәрештәргә ҡыуанысын йәшермәй. Бында спорт менән шөғөлләнеү, ғаилә менән ял итеү өсөн барлыҡ шарттар булдырыла.  Әлегә паркттың төҙөкләндерелгән участкаларында ял итеү рөхсәт ителгән.

«Беренсе май» паркы Өфөнөң иң күркәм ял урынына әйләнер тип көтөлә. Биләмәлә арт-объекттар ҡуйыу, сағыу фотозоналар булдырыу ҡаралған.

Фото №1 - Өфөнөң «Беренсе май» мәҙәниәт һәм ял паркында реконструкция эштәре дауам итә

Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ