Зауыҡлы биләмәләр йылында ҡала йөҙөн рөхсәт ителмәгән урында йәбештерелгән иғландар боҙа

Өфөнөң Киров районында рөхсәтһеҙ иғлан таҡталары урынлашҡан адрестар буйынса БСТ каналының ижади төркөмө лә үтте. БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһы.

Мәфрүзә Туҡтамышева һәр эштә тәртип булырға тейеш, тигән фекер яҡлы. Иғлан элеүҙә лә тәртип урынлаштырырға ваҡыт. Юғиһә, тауар һәм хеҙмәттәр тәҡдим итеүселәр уларҙы кеше күп йөрөгән урамдарҙа һәр бағанаға, ишектәргә, йорт фасадтарына, хатта тәҙрәләргә лә йәбештерә. Алыпһатарҙар хатта, трансформаторға иғлан элеүҙән дә тартынмай.

Юғары уҡыу йорто студенты Евгения Одинцова ла ҡайҙа етте шунда иғлан элеүгә ҡаршы сығыш яһай. 

Күп фатирлы һәр йорт подъезында иғлан йәбештереү өсөн махсус таҡта ҡуйылған. Ниңә фасадтарҙы, электр бағаналарын, башҡа биналарҙы эштән сығарырға?

Евгения Одинцова, Өфөлә йәшәүсе

Иғландар араһында «Әсәлек капитал», массаж, башҡа медицина хеҙмәттәре күрһәтеү, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары тәҡдим иткәндәре лә етәрлек.

Башҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре бағана, фасадтарға йәбештереләгән төрлө ҙурлыҡтағы иғландарҙы ҡуптарып тора, йүнселдәр өҫтәп яңыһын йәбештерә. Йыртып ташланғандарынан тирә-яҡ сүпләнә.

Республикала эстетика йылы иғлан ителһә лә, рөхсәт ителмәгән урында иғландар Өфөлә һәр бағана, йорт фасады һайын йәбештерелә. Алыпһатарҙар хатта һыу ағыу өсөн тәғәйенләнгән ошо торбаларҙы ла аямай.

Баш ҡала хакимәтенең йәмәғәт хүефһеҙлеге инспекторҙары иғландарҙы кеҫә телефонына төшөрөп ала. Телефон һандары ярҙамында иғлан хужаларын асыҡланған осраҡтар ҙа етерлек. Улаҙы административ яуаплылыҡҡа тарттырыу маҡсатында штрафтар ҡаралған.

Өҫтө-өҫтөнә йәбештерелгән иғландар бағаналарҙы йәмһеҙләй, йорт фасадтарының тышҡы биҙәлешен боҙа, өҫтәүенә, ҡат-ҡат елем буялғандан һуң электр бағаналары тутығып эштән сыға. Иғлан таратыусы промоутерҙар ҡағиҙә булараҡ, кеше эшкә киткәнсе иртә таңдан эш итә, шуға күрә уларҙы был эш өҫтөндә тотоуы ла икеле. Торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәттәре рөхсәтһеҙ иғлан элеүселәргә ҡаршы граждандарҙы бергәләп көрәшергә саҡыра.

Фото №1 - Зауыҡлы биләмәләр йылында ҡала йөҙөн рөхсәт ителмәгән урында йәбештерелгән иғландар боҙа

Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ