Башҡортостан Башлығы “Мир 24” телеканалына интервью бирҙе. Унда ул республикала Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр буйынса тауыш биреүгә әҙерлек тураһында һөйләне. Һайлау участкаларында санитар-эпидемиологик талаптарға ҙур иғтибар бирелә.
Һәр урында һаҡланыу саралары: бирсәткә, битлек, дезинфеция етерлек, тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү ете көн бара. Ул 25 июндә башлана һәм 1 июлгә тиклем дауам итә. Бындай ҡарар тауыш биреү барышында халыҡ ағымын көйләү өсөн ҡабул ителде. Участкаға сәғәтенә 12 кешенән артыҡ үткәрмәҫкә кәңәш ителә. Шул уҡ ваҡытта алдан заявка ҡалдырып өйҙә тауыш бирергә мәмкин.
#хабиров #мир24 #конституция #голосование





