Шәйхзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан яңы китап донъя күрҙе

“Ал да сәс нур халҡыңа” тип аталған шиғырҙар йыйынтығы “Китап” нәшриәтендә баҫтырылды. Бында шағирҙың 90-ға яҡын әҫәре тупланған. Улар араһында “Башҡортостан”, “Ҡурайҡайға”, “Мандолина” шиғырҙары, “Ғазаззил” поэмаһы, “Ҡандала” балладаһы һәм башҡалары.

Республика Башлығы Радий Хәбиров шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәйхзада Бабичтың 125 йыллығын билдәләү тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны.

#бабич #китап

;