Юлда йәнә үҫмер ҡыҙҙың ғүмере өҙөлдө

Үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы уҙған кис Стәрлетамаҡта теркәлде. Горький урамында «Лада Калина» автомобиле тәгәрмәстәре аҫтына тротуарҙан китеп барған 13 һәм 15 йәшлек ике ҡыҙ бала эләкте. Алынған тән йәрәхәттәренән 8-се синыф уҡыусыһы һәләк булды, аварияла зыян күреүселәрҙең береһе әле дауаханала. Водителдең иҫерек булыуы билдәле. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Уҙған шишәмбелә Иглин районында ла оҡшаш юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Аттестат алырға китеп барған 16 йәшлек мәктәп уҡыусыһын иҫерек водитель тапатты.

Фото №1 - Юлда йәнә үҫмер ҡыҙҙың ғүмере өҙөлдө

Рафиҡ Әхмәтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ