Зауыҡлы биләмәләр йылында Затон биҫтәһендә йәшәүселәргә уңайлы ҡала мөхите

Баш ҡаланың реконструкция үткән «Тулҡын» паркы карантин алынғандан һуң ял итеүселәрҙе үҙенә йыйҙы. Танымаҫлыҡ булып үҙгәртеп ҡоролған парктың ял зоналарында БСТ каналының ижади төркөмө лә булды. Был хаҡта БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Өфөнөң Ленин районы торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм йәшелләндереү хеҙмәттәре паркта июнь айына ҡаралған һуңғы эштәрҙе теүәлләй. Яңы үҫентеләр өсөн киңәйтелгән майҙандарға тупраҡ ташыла. Ошо көндәрҙә унда көҙгә тиклем үҫәсәк сәскәләр һәм башҡа йәшеллек ултыртыласаҡ. Ике этапта башҡарылған «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә төҙөүселәр Затон биҫтәһендә йәшәүселәр өсөн мөһим эштәр башҡарған.

Ике этапта башҡарылған реконструкция үҙ мөҙҙәтендә, 2019 йыл аҙағында тамамланды  Пандемия осоронда парк ябылды. Сикләүҙәр алынғандан һуң халыҡ бында рәхәтләнеп ял итеү мөмкинлегенә эйә. Парк үҙәгендә тамашалар өсөн ҙур сәхнә, велосипедлылар һәм йәйәүлеләр өсөн юлдар, воркаут өсөн тренажерҙар, хоккей, волейбол, балаларға уйын майҙансыҡтары һәм ҡалабыҙҙа башҡа бер паркта ла булмаған юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә өйрәткән майҙансыҡ ҡоролдо.

Эдуард Остапчук, подрядсы ойошма етәксеһе урынбаҫары

Парктың эске биҙәлешенән тыш, майҙаны ла өс тапҡырға артҡан. Таш юлдар һалынған, эскәмйәләр, яҡтыртыу бағаналары ҡуйылған.Ҡыҫҡаһы, бында ял итеүселәр ыңғай үҙгәрештәргә шат.

Паркта спорт һөйөүсәләр өсөн дә махсус майҙансыҡ булдырылған. Был майҙанда 20-нән ашыу спорт йыһаздары урынлаштырылған. Парктка ял итергә килеүселәр йыл әйләнәһенә был тренажерҙарҙа спорт менән шөғөлләнә ала.

Каратэ буйынса Рәсәй призеры Егор Николаев парк асылыу менән бында килеп спорт менән шөғөлләнә. Заманса спорт ҡорамалдарының үҙе йәшәгән йортҡа яҡын булыуы профессиональ спортсы өсөн айырыуса уңайлы.

Элек бында спорт майҙансығы юҡ ине. Миңә ҡаланың икесе өлөшөнә, тренажерҙар булған паркка йөрөргә тура килә ине. Хәҙер иртә менән күнемәләрҙе бында үткәрәм.

Егор Николаев, каратэ спорты буйынса Рәсәй призеры һәм Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы

«Тулҡын» паркында балалар майҙансығы йәнәшәһендә юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә өйрәтеүсе интерактив майҙансыҡ та эшләйәсәк. Был майҙансыҡ хужалары малай -ҡыҙҙарҙы ҡала урамдарында үҙҙәрен нисек тоторға ла өйрәтәсәк.

«Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу һәм үҫтереү» федераль программаһы сиктәрендә «Тулҡын» паркында реконструкцияның өсөнсө этабы ҡаралған. Өсөнсө этапта күл тирәһе төҙөкләндереләсәк. Ярҙар нығытыласаҡ һәм һыу аша күпер һалынасаҡ. Йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүҙә мөһим урын алып торған Бөйөк Ватан һуғышы һәм локаль бәрелештәр яугирҙарына арналған мемориал да яңыртыласаҡ.

Фото №1 - Зауыҡлы биләмәләр йылында Затон биҫтәһендә йәшәүселәргә уңайлы ҡала мөхите
Башбат

Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ