Башҡорт теленә яңы ҡараш

Өфөнөң «Торатау» конгресс холында туған телде үҙаллы өйрәнеү технологиялары менән таныштырыу сараһы үтте. Видеодәрестәр, мобиль ҡушымталар, Айтюнс һәм Контакттағы  подкастар менән проекттарҙың авторҙары үҙҙәре таныштырҙы. Телде өйрәнеүҙең заманса алымдарын тәҡдим итеүселәр менән БСТ каналының ижади төркөмө лә осрашты.

Башҡорт телен хәҙер хәҙер мәктәптә, йә уҡыу йортонда ғына түгел, транспортта китеп барғанда ла, сиратта торғанда ла өйрәнергә мөмкин. Хатта уҡытыусы ла кәрәкмәй, ҡулыңда смартфоның булһа еткән. Ә унда инде видеодәрестәр ҙә, мобиль ҡушымталар ҙа бар. Видеодәрестәр һүҙҙәр, ҡағиҙәләр, сюжеттар менән бирелһә, мобиль ҡушымталар уйын форматында. Мәҫәлән, бөтә донъяла киң билдәлелек яулаған «Алиас» уйынының мобиль версияһы ла башҡортса әйләндерелгән, ул «Әлләсе» тип атала.

Башҡорт телен өйрәнеү өсөн 5 мобиль ҡушымта, уларҙы смартфондың төрөнә ҡарап Апсторҙан һәм плеймаркеттан сығарып алырға була. Мәҫәлән, Башворд ҡушымтаһы әле яңы ғына әҙерләнгән, ул рус һәм башҡорт телдәрендә яҙҙырылған 139 һорауҙы үҙ эсенә ала. Был ҡушымта өҫтөндә бер нисә кешенән торған ҙур команда эшләгән, улар араһында билдәле музыкант Зәйнетдин дә бар.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа телде өйрәнеүгә иғтибар арта. Әммә күптәр, ҡул аҫтындағы мөмкинлектәр хаҡында белеп бөтмәй. Сараның маҡсаты-халыҡты заманса технологиялар, уларҙы ҡулланыу алымдары менән таныштырыу.

Заманса проекттар телде өйрәнеү, өйрәтеү, һаҡлау һәм үҫтереүҙе яңы кимәлгә сығарырға ярҙам итә. Йәғни хәҙер был эш белем усаҡтарында ғына сикләнеп ҡалмай, тел мөхите булдырыуға, ҡулланыу даирәһен киңәйтеүгә ҙур иғтибар бирелә.

Р.Кәримова.

;