«Байыҡ -2020» балалар бейеү телевизион конкурсына йомғаҡ яһалды

Быйыл пандемия шартарына бәйле, конкурсҡа видеоматериалдар ғына ҡабул ителде. Республика төбәктәренән 90-ға яҡын видеояҙма килде.

Жюри ағзалары уның һәр береһен ҡарап урындар билдәләне. 3 йәштән 15 йәшкә тиклемге йәш бейеүселәр  араһында уҙғарылған конкурс һөҙөмтәһен киләһе аҙнала йәкшәмбе беҙҙең каналда сығасаҡ тапшырыуҙа белергә мөмкин.

Рәмилә Исмәғилева.

;