Рәсәй Президенты Владимир Путин алтынсы Бөтә донъя фольклориадаһын 2021 йылға күсереү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Документ хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми порталында урынлаштырылды. Фольклориада 2020 йылдың 18 июленән 1 авгусынан Өфөлә Башҡортостанда үтергә тейеш ине. Был сара 4 йылға бер ойошторолоп килә һәм кешелектең традицион мәҙәниәтенең күп төрлөлөгөн сағылдыра.

Республикала үтәсәк фольклориадала 85 илдән 3 мең  артист ҡатнашырға теләк белдергәйне. Сараны уҙғарыуға республика һәм федераль бюджеттан 500 миллион һум аҡса тотоноу ҡаралғайны. Пандемия сәбәпле күләмле саралар үткәреү тыйылды. Уларҙың күбеһе башҡа ваҡытҡа күсерелде.

;