Уның һыуға батыуы тураһында мәғлүмәт кисә барлыҡҡа килгәйне. Асыҡланыуынса, Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты рөхсәт ителмәгән урында һыу ингән булған. Ҡырағай пляждарҙа фажиғәле хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында бөгөн ҡотҡарыусылар сираттағы рейдҡа сыҡты. Теманың дауамы киләһе репортажда.
"Дуҫлыҡ монументы" эргәһендәге "Ҡояшлы" пляжы халыҡ менән шығырым тулы. Ошондай уҡ хәл Ағиҙел йылғаһы ярынының башҡа урындарында ла күҙәтелә. Әммә ял итеүселәр бер көн элек тап был ерҙә 20 йәшлек егеттең батып үлеүе тураһында хәбәрҙар түгел. Был турала улар ҡотҡарыусыларҙан ишетте.
Табип һөнәрен үҙләштергән Мысыр студенты киске сәғәт биштәр тирәһендә дуҫтары менән Ағиҙелгә һыу инергә килгән булған. Ни өсөндөр улар ял итеү өсөн рәсми пляждан 200 метр алыҫлыҡтағы ярҙы һайлаған. Ә был урында ағымдың көслө, рельефтың ҡапыл төшкән урындары булыуын иҫәпкә алмаған. Шаһиттар ҡотҡарыусыларға егеттең батҡаны тураһында хәбәр иткәнсе, ул һыу өҫтөнән юғалған була. Водолаздар тәүлек буйы эҙләй торғас, бөгөн иртән батҡан кешенең кәүҙәһенә юлыға.
Тыйылған урындарҙа фажиғәле хәлдәрҙе иҫкәртеү өсөн ҡотҡарыусылдар сираттағы рейдҡа сыҡты. Ғүмер өсөн хәүефле һаналһа ла бындай "пляждар"ҙан халыҡ өҙөлмәй. Күптәре балалары менән килә, ҡайһы берәүҙәр спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙан да баш тартмай. Ҡотҡарыусылар менән аралашҡанда улар бар талаптарҙы теүәл үтәүе тураһында белдерә. Әммә йәшереп өлгөрөлмәгән һыра шешәләренгә ҡарап был фекер менән бер нисек тә килешеп булмай.
Быйыл Өфөлә рәсми асылған пляждар һаны тиҫтәгә лә тулмай. Әлбиттә, миллионлы ҡала өсөн был күп түгел. Шуға ла халыҡ тыйылған урындарҙа ла һыу инергә мәжбүр.
Рейдта ҡатнашыусылар кәмәләр ҙә ял итеүселәрҙе лә иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Улар һыуға төшкәндә мотлаҡ рәүештә ҡотҡарыу жилеттарында булырға тейеш. Әммә күптәре был талаптарҙы үтәмәй, өҫтәүенә, ҡотҡарыусылар менән һүҙгә килешеүҙән дә тартынмай.
Йыл башынан республикала 51 кеше батып үлгән. Күңелһеҙ стаститика бөгөн тағы ла ике осраҡ менән тулыланды. Уларҙың береһе 20 йәшлек Мысыр егете булһа, икенсеһенең шәхесен асыҡлау буйынса тикшереү эштәре бара. Ҡотҡарыусылар ирҙең кәүҙәһенә "Козарез" баҡсалары янындағы Ағиҙел йылғаһында юлыҡҡан.
И.Байбулатов.




