Баймаҡ районындағы Талкаҫ күлендә автомобиль йыйыу осрағы халыҡта ҙур ризаһыҙлыҡ уятты

Һәүәҫкәр видеояҙма тиҙ арала социаль селтәрҙәрҙе ялмап алды. Хоҡуҡ боҙоусы менән полиция хеҙмәткәрҙәре ҡыҙыҡһынды.

Талҡаҫ күле – районыбыҙҙың йөҙөк ҡашы. Ул үҙенең шифалы, саф һыулы булыуы менән тотош республикаға билдәле. Ял итеүселәрҙең иһә күлгә төшөп, автомобиль йыуыуы интернет ҡулланыусыларында кире фекерҙәр тыуҙырҙы.

Ошо көндәрҙә хоҡуҡ боҙоусо Баймаҡ районы эске эштәр бүлегенә тапшырылды. Әле тикшереү эше бара. Йәш водитель бер юлы бер нисә статья буйынса яуап тотасаҡ. 

Йәй башланыу менән, барыһы ла үҙ автомобилдәрендә тәбиғәт ҡосағына ашыға. Ә күптәре һыу һаҡлау зонаһы сиге тураһында уйлап та бирмәй. Быйылғы йылда ғына тап Талҡаҫ күле буйында экологтар тарафынан егерменән ашыу хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлә.

Йылға-күлдәрҙе бысраныуы – экологик проблемаларҙың береһе. Уларҙы һаҡлап ҡалыу тик үҙебеҙҙән тора, сөнки тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш һәр кемдең үҙенән башлана.

Фото №1 - Баймаҡ районындағы Талкаҫ күлендә автомобиль йыйыу осрағы халыҡта ҙур ризаһыҙлыҡ уятты

Әлфиә Хәмитова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ