Балалар йорттарына «Аҡбуҙат» журналы

Республика халыҡ ижады үҙәге башҡорт телендә кескәйҙәр өсөн нәшер ителгән баҫмаларға яҙылыу ойошторҙо. Мәҙәниәт ирекмәндәре һәм ойошма хеҙмәткәрҙәре йыйған аҡсаға республиканың 15 социаль учреждениеһы ярты йылға журналға яҙылды.

Республика халыҡ ижады үҙәге халыҡты ла хәйриә акцияһына ҡушылырға саҡыра. Балалар, инвалидтар һәм ҡарттар йорттарында тәрбиәләнеүселәрҙе ваҡытлы матбуғатҡа яҙҙырыу өсөн һәр кемдең мөмкинлеге бар. Учреждение етәксеһе Артур Әлибәков фекеренсә, гаджеттар дәүерендә, ҡағыҙға баҫылған һүҙҙең ҡәҙере икеләтә арта.