Яҡын көндәрҙә Ишембай районында туризимды үҙ итеүселәр өсөн яңы ҡунаҡхана асыла. Ҡурай тажына оҡшатып ҡоролған тирмәләрҙе төҙөүҙә башлыса экологик материалдар ҡулланылған. Майҙандың уртаһында кафе ла эшләйәсәк. Тәжрибәле ашнаҡсылар туристарҙың иғтибарын милли аш-һыу һәм эсемлектәр менән йәлеп итергә ниәтләй. «Торатау» геопаркы биләмәһендә ғәмәлгә ашырылған үҙенсәлекле проект менән БСТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов танышты.
Коронавирустың таралыуы эске туризмды үҫтереүгә яңы этәргес бирҙе. Сөнки үҙизоляция шарттарында өйҙә ултырырға мәжбүр булған халыҡ көндәр йылыныу менән тәбиғәт ҡосағына ашыҡты. Әммә бар төбәктәр ҙә тейешле инфрастурктура менән маҡтана алмай. Был проблеманы хәл итеү өсөн яҡын көндәрҙә Ишембай районында беренсе эко-ҡунаҡхана асыла. Торатау итәгендә урынлашҡан тирмәләр ҡаласығы урындағы эшҡыуар башланғысы менән төҙөлә.
Үҙенсәлекле проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн ағас һәм мамыҡ кеүек экологик материалдар ҡулланыла. Әлегә Күмертауҙа етештерелгән йәйге тирмәләр ҡуйылған. Хужалар үҙ ҡунаҡтарын йыл дауамында ҡабул итергә әҙерләнә. Шуға ла ҡышҡы миҙгелгә улар тирмәләрҙе кейеҙ менән ҡапларға, шулай йылытыу ҡоролмалары ҡуйырға ниәтләй. «Аll inclusive» системаһын үҙ итеүселәр өсөн кафела туҡталыу, Торатауға экскурсия, һыбай йөрөү, фотоссия, велосипедта һәм саңғыла йөрөү кеүек мөмкинлектәр тыуҙырыу ҡаралған.
Эко-отель Ишембай районы хакимиәте, «Торатау» геопаркы һәм урындағы эшҡыуарҙың берлектәге хеҙмәт емеше. Шуға ла ҡағыҙ мәшәҡәттәре тиҙерәк хәл ителә, ти йүнсел. Әлеге ваҡытта биләмәлә һуҡмаҡһалыу, үлән сабыу, мебель ҡорау эштәр бара. Яҡын көндәрҙә һыу торбалары һәм электр бағаналары ла килеп етәсәк.
Урындағы ашнаҡсылар ял итеүселәрҙе милли аш-һыу, шул иҫәптән хәләл ризыҡтар менән ҡыуандырырға теләй. Ҡунаҡханала һәм кафела эргә-тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн эш урындары ла булдырыла. Тирмәләр ҡаласығы үҙенең тәүге туристарын 1 июлдән ҡабул итә башласаҡ.
И.Байбулатов.





