Әле кампанияға йәмәғәт күҙәтеүселәре булып ҡушылырға теләүселәрҙән 35 меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина һөйләй.
Бөтә участка һайлау комиссияларында санитар талаптар үтәлеп килә, һаҡланыу саралары етерлек килтерелгән. Йәмәғәт палатаһы Аппараты етәксеһе Шамил Вәлиев.
Тауыш биреү буйынса йәмәғәт күҙәтеүселәре өсөн “ҡыҙыу линия” булдырылған. Уның һандары 218-17-74. Өфөнөң коды 347. Берҙәм тауыш биреү көндәре 25 июндән 1 июлгә тиклем уҙғарыла.
#конституция #голосование #опрб





