Быйыл Башҡортостанда 3 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырырға кәрәк

Был турала «Төҙөлөш сәғәте» форматында үткән онлайн кәңәшмәлә республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

Стәрлетамаҡта төҙөлөш өсөн яңы майҙандар бүлеү талап ителә. Быға тиклем ҡулланылған участкалар тулыһынса файҙаланылған. Күмертауҙа  граждандарҙы авариялы торлаҡтан күсереү өсөн яңы йорттар талап ителә. Кәңәшмәлә алданған өлөшсөләр мәсьәләһе буйынса ла фекер алышынды.

Нефтека ҡалаһы һәс «Яңы Булгаков» торлаҡ комплексында ике күп фатирлы торлаҡ йорт сафҡа индереү алдынан тейешле дәүләт органдары ҡарамағына тапшырылды. 19 июндә Башҡортостан өлөшсөләре оҙаҡҡа һуҙылған төҙөлөштәрҙе финанслауҙа граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау федераль фонды ойошторған кәңәшмәлә ҡатнашты. Фонд проблемалы объекттарға баһалауҙы башлай. Улар иҫәбендә «Миловка паркы» торлаҡ комплексы ла бар.

Фото №1 - Быйыл Башҡортостанда 3 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырырға кәрәк

Рафиҡ Әхмәтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ