Башҡортостан Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арнап уҙғарылған «Бөйөк илдең бөйөк киноһы» милли акцияһында ҡатнашты

Проект сиктәрендә бөтә ил буйынса һуғыш тураһында фильмдар күрһәтелде. Башҡортостанда йәшәүселәр иғтибарына Сергей Бондарчуктың «Кеше яҙмышы» фильмы һәм йәш артистар үҙҙәренең һуғышта һәләк булған тиҫтерҙәре ижад иткән шиғырҙарҙы уҡыған документаль фильм күрһәтелде. Өфөлө киносеанстар сауҙа үҙәге туҡталҡаһы биләмәһендә урынлашҡан автокинотеатрҙа үтте. 

Был акцияны күптәр хуплап алды. Иртәгә ошондай уҡ акция «Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдындағы майҙанда үтә. Унда Александр Галибиндың «Һеңлекәш» фильмын күрһәтәбеҙ.

Рөстәм Солтанғужин, «Башҡортостан» киностудияһы директоры урынбаҫары