Бөгөн Рәсәй конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү башланды. 1 июлгә тиклем Өфө ҡалаһында 435 һайлау участкаһы эшләйәсәк.
Һайлау участкалары асылыр алдынан, дезинфекция сараларын ҡулланып, бөтә участкаларҙа ла генераль йыйыштырыу саралары үткәрелгән. Кеше күп булған урындарға һәм улар ҡағылған ишек тотҡаларына, өҫтәлдәргә айырыуса ҙур иғтибар бүленгән. Был эш көн һайын алып барыласаҡ.
Һайлау комиссияһы ағзаларының ултырған урынын, тауыш биреү кабиналарын, технологик ҡорамалдарҙы зарарһыҙландырыуға тәнәфес ҡаралған. Өҫтәүенә, һайлау участкаларына ингән урында контактһыҙ термометр менән һәр кемдеңтемператураһы үлсәнәсәк, граждандарға бер тапҡыр файҙаланыла торған битлек, бирсәткәләр, ручка биреләсәк.
Республикала тауыш биреү өсөн барлығы 3 миллион 47 426 бланк сығарылған. Уларҙың 80 проценты рус, 13 проценты башҡорт һәм ҡалған 7 проценты татар телдәрендә... Бюллетенгә килгәндә, унда Конституцияға үҙгәрештәрҙе хуплайһығыҙмы тигән бер генә һорау яҙылған. Шуға ла Үҙәк һайлау комиссияһы анкеталарҙы бер төн эсендә эшкәртеп, 2 июлдә үк тауыш биреү һөҙөмтәләрен иғлан итергә ниәтләй.
Конституцияла Алла төшөнсәһе буласаҡ. Аллаға ышаныу төп документҡа ярашлы закон менән нығытыла. Был йәш быуынды игелекле итеп тәрбиәләүгә нигеҙ һала ти, диндарҙар.
Илдар Байбулатов.




