Ул Салауат ҡалаһында урынлашҡан. Бында тауыш биреүселәр өсөн барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптар үтәлә. Участка һайлау комиссияһы ағзаһы Рәхимә Ишкинина әйтеүенсә, халыҡ тауыш биреүгә әүҙем килә.
Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү 1 июлгә тиклем дауам итә. Ошондай ҡарар һайлау участкаларында халыҡ күпләп йыйылмаһын өсөн ҡабул ителде. Һәр тауыш биреүсегә “Рәхмәт” акцияһы барышында беләҙек тапшырыла. Уның ярҙамында тауар һәм хеҙмәттәргә ташлама бирелә.
#конституция #голосование #салават





