Илдә төп законға төҙәтмәләр өсөн тауыш биреү дауам итә

Һайлау участкалары 25 июндән бирле эшләй. Һәр кем иртәнге сәғәт һигеҙҙән гражданлыҡ бурысын үтәй ала. Пандемия шарттарын иҫәпкә алып, участкаларҙа барлыҡ санитар-эпидемиология һәм социаль дистанция талаптары теүәл үтәлә. Конституцияға төҙәтмәләр өсөн тауыш биреү барышын БСТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин күҙәтте.

Һайлау участкаһына ингән һәр кешенең ҡулдары махсус шыйыҡса менән эшкәртелә, сәләмәтлек торошо тикшерелә һәм  температураһы үлсәнә. Шунан ғына бюллетень алырға мөмкин. Пандемия шарттарында тауыш биреүҙә был төп талап. Маҡсат гражданлыҡ бурысын үтәгән мәлдә коронавирис таралыуына юл ҡуймау.  

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр өсөн «Башҡортостан» дәүләт концерт залында урынлашҡан 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе.

Өфөнөң һайлау участкаларында «Рәхмәт, Спасибо» акцияһы ла үтә. Уны баш ҡала эшҡыуарҙар берлеге ойошторған. Тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларға сауҙа ойошмалары, спорт, сәләмәтлек, матурлыҡ һәм  күңел асыу үҙәктәрендә ташлама менән файҙаланыу форсаты биргән беләҙек таратыла. Участкаларҙа конституция ирекмәндәре эшләй. Әммә тауыш биреүҙә өйҙән тороп та ҡатнашырға мөмкин. Бының өсөн «Дәүләт хеҙмәттәре» интернет порталын файҙаланырға була. Танылған яҙыусы Игорь Савельев та тап глобаль селтәр аша гражданлыҡ бурысын үтәгән. Ил киләсәге хәл ителгәндә, тауыш биреүгә битараф ҡалып булмай, тигән фекерҙә ҡәләм оҫтаһы.

Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙә Баймаҡ халҡы юғары әүҙемлек  күрһәтә. Райондың Сыңғыҙ ауылында урынлашҡан 1023-сө һайлау участкаһында тауыш биреүҙең тәүге көнөндә үк дүрт тиҫтәгә яҡын кеше гражданлыҡ бурысын үтәп өлгөргән.Ун ете һайлаусы өй шарттарында гражданлыҡ бурысын үтәгән. Шуларҙың береһе Танһылыу Мортазина. Ул үҙ сәләмәтлеген ҡайғыртып алдан ғариза яҙып ҡуйған.

Районда һайлау барышын 800 йәмәғәт күҙәтеүсеһе күҙәтә. Тауыш биреү тыныс шарттарҙа үтә. Сират юҡ, халыҡҡа башҡорт һәм рус телдәрендәге бюллетендәр тәҡдим ителә.

Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр өсөн тауыш биреү 1 июлдә тамамлана. Һайлау участкалары көндә иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем эшләй.

Фото №1 - Илдә төп законға төҙәтмәләр өсөн тауыш биреү дауам итә

Рафиҡ Әхмәтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ