Ә 22 юл участкаһында төҙөкләндереү эштәре бара. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 21 километр тәшкил итә. Мостай Кәрим урамын яңыртыу «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проектына ярашлы башҡарыла. Әлегә юл участкаһында автомобиль хәрәкәте ваҡытлыса сикләнгән. Проектҡа ярашлы, ремонт дүрт этапта Коммунистик урамы киҫелешенән Яҡутов паркына ҡарай алып барыла.
Объекттың дөйөм оҙонлоғо 1 километр 200 метрҙан ашыу. Юлға асфальт ҡатламы һалыуҙан тыш, инженер һәм канализация селтәрҙәре реконструкциялана. Йәйәүлеләр өсөн тротуарға ла иғтибар бүленә. Бер юлы яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйыла, ямғыр һыуҙары өсөн коллектор төҙөлә. Ремонт эштәрен көҙгә тамамлау ҡаралған.
Галле округы урамына ла капиталь ремонт талап ителә. Әлеге көндә Октябрь проспекты киҫелешенән Комсомол урамына тиклемге арауыҡта әҙерлек саралары бара. Бынан тыш, Өфөнөң Парк урамы, Һәҙиә Дәүләтшина һәм Ибраһимов бульвары төҙөкләндереләсәк. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бының өсөн кәрәкле документтар әҙерләнә һәм яҡын арала подрядсы ойошма билдәләнәсәк. Ике объектта ла эш быйыл, ҡалған икеһенлә киләһе йыл тамамланыр тип көтөлә.
Әлфинә Килдейәрова.




