Матди-техник базаһын яңыртҡандан һуң Күгәрсен ауылының мәҙәниәт усағы файҙаланыуға тапшырылды

Эштәр «Урындағы мәҙәниәт йорто» партия проекты сиктәрендә марттан алып башҡарыла. Яңы һулыш алған бина тураһында киләһе яҙмала.

Клуб хеҙмәткәрҙәре ауылдаштары менән бергә оло ҡыуаныс кисерә. Күгәрсен ауылының «Аҡ ҡалфаҡ» ансамбле ауылда тәүге ойошторолған үҙешмәкәр сәнғәт коллективтарының береһе. Мәҙәниәт йортонда шулай уҡ халыҡ һәм балалар театры, гармунсылар түңәрәктәре ойошторолған. «Урындағы мәҙәниәт йорто» проектында Күгәрсен районының ике мәҙәниәт һарайы ҡатнашып финалға сыға. 2017 йылда Мәҡсүт ауыл клубы йыһазландырылһа, быйыл Күгәрсен ауылы халҡына бәхет йылмая.

Мәғлүм булыуынса, барлыҡ эштәр «Урындағы мәҙәниәт йорто» партия проекты буйынса башҡарылған. Финанс ярҙамы 7 миллион һум тәшкил иткән. Өҫтәүенә, урындағы эшҡыуарҙар ярҙам итә. Был аҡсаға клубтың матди-техник базаһы яңыртыла, музыка ҡоралдары, сәхнә кейемдәре, яңы мебель, спорт ҡорамалдары һатып алына. Шулай уҡ кескәйҙәр өсөн бүлмә һәм эш кабинеттары ла заманса йыһазландырыла.

Проекттан бүленгән аҡсаға газель автобусы һатып алына. Яңы техника үҙешмәкәр артистарға элеккесә күрше ауылдарға гастроль менән сығырға мөмкинлек бирәсәк. Донъяла барған киҫкен хәлдең тынысланыуын көткән арала коллектив яңы программа өҫтөндә эшләй.

Проекттың төп маҡсаты – ауылда йәшәүселәрҙең рухи-мәҙәни ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү. Ярҙам клубтарҙа ремонт уҙғарыу, матди-техник базаны нығытыу һәм башҡа ҡорамалдар алыуға тотонолорға тейеш. Был урындағы халыҡты бергә ойошоп мәҙәниәтте үҫтерергә, ижад менән шөғәлләнергә дәртләндерә.

Әлфинә Килдейәрова.