Илдә төп законға төҙәтмәләр өсөн тауыш биреү дауам итә

Һайлау участкалары 25 июндән алып эшләй. Һәр кем иртәнге сәғәт һигеҙҙән гражданлыҡ  бурысын үтәй ала. Быйыл республикала өс меңдән ашыу участка асылды, уларҙың 435е - Өфөлә. Һайлау барышы хаҡында киләһе видеояҙма.

Һайлау бюллетене алыр өсөн социаль дистанцияны һаҡлау мөһим. Участкала санитар-эпидемиологик талаптар үтәлешенә иғтибар юғары. Гражданлыҡ бурысын үтәргә килеүселәрҙең башта температураһын үлсәйҙәр, ҡулдар махсус шыйыҡса менән эшкәртелә. Маҡсат Ковид-19 инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау.

Ҡырмыҫҡалы районы Бекетов ауылында алты йөҙгә яҡын кеше һайлау хоҡуғына эйә. Төп законға төҙәтмәләр өсөн тауыш биреүҙә Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин да ҡатнашты. Әйткәндәй, ул республика кимәлендә һайлау ойоштороу өсөн дә яуаплы.

Участкала сират юҡ, халыҡҡа башҡорт һәм рус телдәрендәге бюллетендәр тәҡдим ителә. Комиссия ағзалары ял көндәре тауыш биреүселәр һаны күберәк булыр тип өмөтләнә. Бекетов ауылында йәшәүселәр һайлау көндәре, эш режимы хаҡында алдан иҫкәртелгән.

Мөмкинлектәре сикләнгән һәм 65 йәштәнөлкәнерәкграждандарға һайлауучасткаларына йөрөү талап ителмәй, улар өйшарттарында тауыш бирә. Ошо маҡсатта күсмә урналар ҡулланыла. Һайлаукомиссияһы ағзалары көн һайынюлда һәмбыл яуаплы эште улар санитар талаптарҙы үтәпбашҡара.

Һаҡланыу кейемдәрендә, бәләкәй генә сумаҙан менән.  Һайлау участкаһындағы кеүек йорт янында ла хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре теүәл үтәлә. Дистанция һаҡлана. Земфира Ветчинкинаға өс ай элек кенә ҡатмарлы операция яһалған. Шуға ҡатын өйҙә тауыш биреүгә ғариза яҙған.

Өфөләге һайлау участкаларында ла эш ҡыҙыу бара. Халыҡ иртәнге сәғәттәрҙән үк сәйәси кампанияла әүҙемлек күрһәтә. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов та Конституция төҙәтмәләре өсөн ойошторолған тауыш биреүҙә ҡатнашып, гражданлыҡ позицияһын күрһәтте

Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева ла илдең киләсәген билдәләүҙә ҡатнашты. Ведомство етәксеһе билдәләүенсә, был бик мөһим сәйәси кампания.

Башҡортостан премьер-министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һайлау участкаһына улдары менән бергә килде. Ведомство етәксеһенең эш графигы тығыҙ, шуға ул  иртәнге сәғәт һигеҙҙә үк тауыш бирҙе. Балаларҙың көслө, имен, хеҙмәт кешеһенә хөрмәт күрһәтелгән илдә үҫеүен теләй.

Коммунистар партияһы төбәк бүлексәһенең беренсе секретары Юнир Ҡотлоғужин  Өфөнөң Нуғай ауылында ойошторолған һайлау учаскаһында тауыш бирҙе. Сәйәсмән һайлау барышында илдең социаль-иҡтисади үҫеше билдәләнә тигән ҡарашта. Конституцияға төҙәтмәләр әҙерләгәндә партия вәкилдәре лә ситтә ҡалмаған.

Һайлау участкаларында һәр ике сәғәт һайын санитар эшкәртеү ойошторола, барлыҡ хәүефһеҙлек талаптары ла үтәлә. Шуға күрә граждандарға борсолорға сәбәп юҡ. Һайлау бюллетененә билдә ҡуйып, тауыш биреүгә быйыл бер аҙна бирелде. Шулай ҙа ваҡыт сикле.

Фото №1 - Илдә төп законға төҙәтмәләр өсөн тауыш биреү дауам итә

Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ